Октябрь революцияһы урамын яңыртыуҙың тәүге этабы йыл аҙағына тиклем тамамлана

Өлөшләтә йәйәүлеләр зонаһына әйләнәсәк Октябрь революцияһы урамында ҡыҙыу эш мәле. Әлеге ваҡытта буласаҡ йәмәғәт киңлегенең Цюрупа урамынан алып Яңы түшәлгән юл урамына тиклемге участкала селтәрҙәрҙе үҙгәртеп ҡороу тамамланған, асфальт-бетон япмаһы түшәлгән. Йыл аҙағына тиклем был арауыҡта барлыҡ эштәрҙе тамамлап, реконструкцияның икенсе этабына күсеү планлаштырыла.

Йәйәүлеләр, автомобиль зонаһын ойоштороу, селтәрҙәрҙе яңырытыуҙан тыш, юл буйындағы биналарҙы төҙөкләндереү ҙә ҡаралан. Октябрь революцияһы урамында 70-тән ашыу мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә. Уларҙың 39-ына реконструкция талап ителә. Был эште алдағы биш йылда атҡарып сығыу һәм яңыртылған биналарҙа белем, күңел асыу учреждениеларын асыу күҙҙалана. Тәүгеләрҙән булып реконструкция 1770 йылда төҙөлгән Демидовтар йортонда башланасаҡ.

Планға ярашлы, автомобиль хәрәкәте өсөн өс һыҙатлы юл, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн зона буласаҡ. Яңы яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу, парковка урындары булдырыу ҡаралған. Иң ҡатмарлыһы-коммуникацияларҙың күп булыуында, барыһын да яңынан эшләргә кәрәк. Әтйкәндәй, тап ошо арауыҡты ремонтлағанда был урамда ҡаланың иң боронғо һыу үткәргес торбаһы булыуы асыҡланды. Ул суйындан эшләнгән ине, уны ла яңырттыҡ.

Евгений Кулешов, Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ