Был туралағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ҡарамағындағылар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тағы ла ике категорияһы индерелде. Улар инвалидлыҡ алып Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итеүсе яугирҙар, шулай уҡ махсус операция үткәрелгән райондарға яҡын төбәктәрҙә ҡораллы баҫып инеүҙе кире ҡағыу буйынса бурыстарҙы үтәгән хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
Хәҙер улар фонд линияһы буйынса бөтә ярҙам төрҙәре, шул иҫәптән техник реабилитация саралары менән тәьмин ителәсәк, торлаҡты яраҡлаштырыу һәм башҡа хеҙмәттәр менән файҙалана аласаҡ. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был ҡарарҙың бик ғәҙел булыуы тураһында яҙҙы. Республика үҙ сиратында геройҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындары тураһында даими хәстәрлек күреһен дауам итә. Был позиция үҙгәрешһеҙ ҡала, тигән Башҡортостан башлығы.



