Яугирҙарҙың һаулығын хәстәрләп. Асҡар үҙәк район дауаханаһында махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итеү өсөн айырым кабинет булдырылған. Унда терапевт һәм шәфҡәт туташы эшләй. Был медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән яугирҙарҙың уңайлығы өсөн булдырылған. Әбйәлил районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ҡатмарлы операция һәм оҙайлы реабилитациянан һуң, Таһир Уйылданов һаулығын йыш ҡына тикшертеп тора. Былтыр февралдә алыштарҙың береһендә «Тоха» ҡушаматлы яугирҙың аяғы яралана. Гранатометчик, һуңынан раведка ротаһында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ Макеевка, Луганск, Дондағы Ростов һәм Калининград госпиталдәрендә дауалана. Башта Илизаров аппараты менән инвалид коляскаһында йөрөһә, әле таяҡ ярҙамында үҙаллы хәрәкәт итә башлаған.
Таһир Уйылданов Асҡар үҙәк район дауаханаһында сиратһыҙ ҡабул ителә. Медицина учреждениеһында йыл башынан алып махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн айырым кабинет булдырылған. Терапевтҡа күренер өсөн яугир әсәһе Динә Солтанова ла килгән. Улын юғалтҡан ханым гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша, ылауҙы алғы һыҙыҡҡа ла оҙатып бара. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул 9 тапҡыр барып ҡайтҡан. Әлегә алыҫ сәфәрҙән тыйылып торам, сәләмәтлекте тикшертеп алырға кәрәк, ти ул.
Быға тиклем Асҡар үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итеүсе яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн яуаплы фельдшер беркетелә. Әле был категория пациенттар айырым кабинетта ҡабул ителә. Унда төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә, йүнәлтмә алырға була. Бынан тыш, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар ҙа сиратһыҙ табиптарға күренә, диспанцер тикшереү үтә ала.
Айырым кабинет булдырыу адреслы хәстәрлек системаһының бер өлөшө. Ил һағында тороусылар ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн.
Әлфинә Килдейәрова



