Өфөлә гипертония менән сирлеләрҙе онлайн күҙәтеү системаһы эшләй

Һаулыҡты онлайн күҙәтеү. Республика поликлиникаларында ошондай программа эшләй. Артериаль гипертензия сире менән иҫәптә тороусыларҙы табиптар мобиль ҡушымта ярҙамында дауалай. Программаның Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһында тормошҡа ашырылыуы тураһында киләһе яҙмала.

Наталья Александровна ҡан баҫымы күтәрелеүенән интегә. Бигерәк тә йәйге эҫе көндәрҙә сир үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Йыш күтәрелгән ҡан баҫымын теҙгендә тотоу өсөн препараттар ҡабул итә. Бынан тыш көнөнә ике тапҡыр ҡан баҫымын үлсәп тора. Пациент өйҙә үлсәгән күрһәткестәрен кәрәҙле телефонына «Сәләмәтлек көндәлеге» ҡушымтаһына индереп бара. Уларҙы участка терапевы компьютер аша күрә.

Иртән торғас та беренсе эш-ҡан баҫымын үлсәп уны ҡушымтаға яҙып ҡуйыу. Был ҡушымта бик уңайлы, унда анализдарҙың һөҙөмтәһен дә ҡарарға була.

Наталья Жук, Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһы пациенты

«Сәләмәтлек көндәлеге» берҙәм медицина порталы пилот проект булараҡ республика медицина учреждениеларында былтыр индерелде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул һөҙөмтәлелеген күрһәткән. Уның менән теләгән һәр кем ҡуллана ала. Артериаль гипертензия диагнозы ҡуйылған пациенттар уның ярҙамында табипта өҙөлөкһөҙ күҙәтеүҙә. Ҡан баҫымы артыҡ күтәрелһә, табип иҫкәртә, пациент ашығыс ярҙам машинаһын да саҡырта ала. Иң мөһиме-хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау. Сөнки был диагноз инсульт кеүек ҡатмарлы ауырыуға килтереүе ихтимал.

46-сы поликлиникала теркәлгән 900 кеше артериаль гипертензия сире менән иҫәптә тора. Уларҙың барыһы менән дә участка терапевтары берҙәм медицина порталы аша бәйләнештә тора. Киләсәктә «Сәләмәтлек көндәлеге» программаһына шәкәр диабеты диагнозы менән сирлеләрҙе индереү күҙаллана.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ