Башҡортостанда 400-ҙән ашыу балалар майҙансығы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй

Республикала йәшәүселәр балалар майҙансығы торошона ризаһыҙлыҡ белдерә. «Инцидент-менеджмент» системаһына ике ай эсендә генә 320 ялыу килгән. Был һандар Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында иғлан ителде. Шулай уҡ Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 400-ҙән ашыу балалар уйын зонаһының хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүен асыҡлаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң Рәсәй урамындағы 9-сы йорт алдында балалар майҙансығы яңыртыла. Элеккеһе күптән иҫкергән. Шуға ла урындағы халыҡ һорауы буйынса уны төҙөкләндерергә ҡарар ителгән. Һөҙөмтәлә, аҙна-ун көн эсендә яңы объект ҡалҡып сыҡты. Ойошманың балалар майҙансығын төҙөкләндереүҙә тәжрибәһе ҙур. Йылына ғына республика район-ҡалалары буйлап биш-алты объект яңыртыла. Эш тамамланғас, ул яуаплы инстанциялар тарафынан ҡабул ителә.

Ә Степан Кувыкин урамы 17/2 йорт адресы ҡаршыһындағы балалар майҙансығына тиҫтәләрсә йыл. Быны турник, бәүелсәк, эскәмйәләрҙә уңып бөткән буяуҙарға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Балалар ярым-емерек майҙансыҡта уйнарға мәжбүр, башҡа барыр урын булмағанға. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр төрлө инстацияларға, шул иҫәптән идарасы компанияға мөрәжәғәт итә. Әммә бер нәмә лә үҙгәрмәй.

Хәүефһеҙлек талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй, ти урындағы халыҡ. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан быйыл 625 балалар майҙансығы тикшерелгән. Уларҙың 409-да санитария, боҙолған конструкциялар кеүек етешһеҙлектәр асыҡланған. Ә республика буйынса йәмғеһе 6 меңгә яҡын балалар уйын зонаһы иҫәпләнә.

Комитет тарафынан башҡарылған тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 600-ҙән ашыу объект тикшерелде. Яртыһынан күбеһе хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүе асыҡланды. Балалар майҙансығына яуаплыларға иҫкәрмә яһалды. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү дауам итә. Әлеге ваҡытта ете тиҫтәләп объект комитет белгестәре тарафынан контролдә тотола.

Роман Әхәтов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Белгестәр фекеренсә, балалар майҙансығы авария хәлендә булған осраҡта объекттың кемдең балансында булыуын ҡарарға кәрәк. Артабан урындағы муниципалитетҡа, йә идарасы компанияға дәғүә белдерергә мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ