Өфөнөң көньяҡ зыяратында билдәле спорт журналисы Эдуард Хизбуллиндың исеме мәңгеләштерелде

2022 йылдың октябрендә ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә.Үкенескә ғүмере өҙөлә. Ошо көндәрҙә хеҙмәттәшебеҙгә 39 йәш тулған булыр ине. Хәтер сараһына уның туғандары, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды. Эдуард Хизбуллин БСТ каналының спорт реадакцияһында, һуңынан 15 йылдан ашыу «Салауат Юлаев» хоккей клубы структураһында эшләй, «Толпар» һәм «Ағиҙел» командаларының матбуғат хеҙмәткәре була. 4 йыл самаһы элек үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә.

Эдуардтың ҡатыны һәм ике ҡыҙы ҡала. Өлкән ҡыҙы Аиша бөгөн атаһының эшен дауам итеп, журналистика буйынса белем ала. Бәләкәй ҡыҙы Әминә, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар командаһында хоккей менән шөғөлләнә. Был Эдуардтың күптәнге хыялы була. Эдуард Хизбуллин тураһындағы яҡты хәтирә шулай уҡ уның коллегаһы Лилиә Шафиҡованың «Бер блокнот тарихы» китабында мәңгеләштерелде. Баҫманың исем туйы быйыл «Китап байрамы»нда уҙҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ