Башҡортостан менән Танзания сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Көнсығыш Африкаға тәҙрә. Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе Фредрик Ибраһим Кибута етәкселегендәге Танзания берләшкән республикаһының Рәсәйҙәге илселеге делегацияһы Өфөлә. Бер ай элек Башҡортостан делегацияһы Танзанияға эш сәфәре менән барғайны.

Уларға беҙҙең ашламалар, иген, төҙөлөш материалдары, фармацевтика, нефть продукттары ҡыҙыҡлы. Хеҙмәттәшлек нигеҙендә Башҡортостан аралашсыһыҙ танзания кофеһының тура партияһын ала. Өфө турбина заводы бөтә технологияларҙы һаҡлап, урында уҡ импорт турбиналарын ремонтлауға һәм хеҙмәтләндереүгә әҙер. Республиканың сауҙа сәнәғәт палатаһында осрашыуҙа бизнес-берләшмәнең етәкселәре һәм алдынғы компаниялар вәкилдәре менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Сәнәғәт, туризм, сауҙа һәм транспорт, аграр өлкәләр йүнәлештәре буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде.

Ҡунаҡтар төбәктә шәмбегә тиклем була. Улар Өфө турбина һәм трамвай-троллейбус заводы, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, Башҡорт аграр университеты, Вуз-ара кампус менән танышасаҡ

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ