Быуындар бәйләнеше. Баймаҡ районы Таһир ауылында «Ауыл йыйыны» уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ауыл тарихында тәүге тапҡыр үткән нәҫел байрамы «Быуындар бәйләнеше» тип аталды. Таһир ауылы ерлегендә нигеҙ ҡороп, тоҡом тотоп, нәҫел йыйып, быуындар ҙы быуынға бәйләп йәшәгән Таһир ауылы халҡы туғандарын йыйҙы.
«Һултан үре» тип аталған бик матур ерҙә ойошторолған мәртәбәле байрам ата-бабаларыбыҙ нигеҙендә төпләнеп, матур итеп донъя көтөүсе ғаиләләр нәҫел ептәрен барлап, туғандарын йыйып, нәҫел сығыштары ҡуйып, нәҫел табыны йыйып уҙғарҙы.
Байрамда шулай уҡ спорт ярыштары, мауыҡтырғыс уйындар, сәмле ярыштар һәм төрлө номинациялар буйынса буләкләүҙәр ҡаралған ине. Көрәш майҙанында енеүсе «Таһир ауылы батыры» исеменә лайыҡ булды.
Яҙмыш елдәре төрлө яҡҡа ташлаған ауылдаштар тыуған ауылын һағынып өлгөргәндәрҙе бергә йыйҙы. «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашыусы таһирҙар берҙәмлектә көс икәнен тағы бер ҡат иҫбатланы.



