Бөгөн Өфөлә республика медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайҙар

Һаулыҡ һаҡлау белгестәрен бүләкләү тантанаһы бер нисә майҙанда үтә. Уларҙың береһе Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы.  Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров 32 медицина хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. 20 кеше “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы”, 9 –ы  “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем  бирелде.

 “Республикала табиптарға төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Медицина учреждениеларын төҙөү, яңыртыу һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға етди иғтибар бирелә”, - ти Дәүләт Думаһы депутаты, табип Римма Үтәшева.   

Бөгөн Өфөлә республика медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайҙар

    Медицина хеҙмәткәре көнө быйыл 21 июндә билдәләнә.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә республика медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайҙар
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ