Абитуриенттар документтарын онлайн тапшыра ала. Уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм уҡыу йортоноң үҙәкләштерелгән электрон сервисы ярҙамында ҡалдырырға була. Буласаҡ студенттарға документтарҙы шәхсән вузға килеп, почта аша йәки электрон тәртиптә тапшырырға мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты халыҡ-ара бәйләнештәргә өҫтөнлөк бирә, студенттар өсөн сит илдәргә бушлай стажировкалар ойошторола.
Вуздарға документтарҙы 20 июндән 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бюджет һәм түләүле урындарға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар август аҙағына тиклем баҫтырыла.




