Подрядсы ойошма күперҙең таяуҙарын нығыта, асфальт ҡатлам яңыртыла, йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа килә. Объектты йыл аҙағына тамамлау ҡарала. Был күпер аша тәүлегенә 4 мең ярымдан ашыу автомобиль үтә, Башҡортостан менән Удмурт республикаһын тоташтыра. Төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры Нәзиф Шәймөхәмәтов һөйләй.
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 23 күпер төҙөкләндерелә. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарыла.




