Һөнәри байрам уңайынан бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөләге Коллона залында ла дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Тантанаға оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, хеҙмәткә тоғролоҡ күрһәткән утыҙға яҡын белгес саҡырылғайны. Табиптарға ҡотлау һүҙе менән Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров мөрәжәғәт итте.
Медицина өлкәһендә осраҡлы кешеләр юҡ. Бүләкләнеүселәр үҙҙәре лә һөнәри байрам алдынан күрһәтелгән хөрмәткә рәхмәт белдерҙе. Маҡтаулы исем эшкә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәй.



