Рәсәйҙә Дәүләт думаһы электр энергияһын ҡулланыуға сығымдарҙы кәметеү өсөн күп фатирлы йорттарға ҡояш панелдәрен ҡуйыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Башҡортостан төҙөүселәре башланғысы фатир хужаларының аҡсаһын экономияларға ярҙам итәсәк, тип күҙаллана. Ҡояш нурҙары нисек электр энергияһына әйләндерелә? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.
Элек йыһан станциялары ғына ҡояш панелдәрен ҡулланһа, технология ергә төштө.Ҡояш панелдәре менән Рәсәйҙәге тәүге күп ҡатлы аҡыллы йорт Өфөлә төҙөлдө. Уның фойеһын космостан фотоһүрәттәр ҙә осраҡлы ғына биҙәмәй. Йорттоң көньяҡ фасады тотош ҡояш панелдәре менән ҡапланған. 26 ҡатлы йорт ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Ҡояштан алынған энергия дөйөм йорт ихтыяждары өсөн тотонолһа, киләсәктә, уны фатир хужалары үҙ файҙаһына ҡуллана аласаҡ. Сөнки был хаҡта Дәүләт Думаһы закон ҡабул иткән.
Ҡояш нурҙарын файҙаланыу тураһындағы мәсьәләне йортта йәшәүселәр идарасы компания вәкилдәре менән берлектә хәл итергә тейеш. Ә әлегә ҡояш батареяларынан электр энергияһын коридорҙарҙы яҡтыртыуға, вентиляторҙарға, лифттарға йүнәлтелә. Төҙөүселәр әйтеүенсә, ҡояш нурҙары фатир хужаларына коммуналь түләү хаҡын кәметәсәк. Калининградтағы завод уға 30 йылға гарантия бирә, артабан уның энергия эшләп сығарыуы 15 процент тирәһе кәмеүе ихтимал.
Закондың мөһим асылы-ҡояш нурҙары ярҙамында коммуналь түләү квитанцияларындағы хаҡты кәметеү.Өфөнән тыш проектты Мәскәү, Калининград, Екатеринбургта төҙөлөштә файҙаланыу ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева



