Өфөлә буласаҡ штурмандар һәм лоцмандар өсөн яңы уҡыу майҙансығы булдырылды

Баш ҡалала Елкән әҙерлеге үҙәге асылды. Унда Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы студенттары белем аласаҡ. Ул илдең һыу транспорты тармағына профессиональ кадрҙар әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. Юғары уҡыу йорто яңы үҙәк өсөн ике елкәнле кәмә һатып алған. Уларҙа әле үк 1-2 курс студенттары практик тәжрибә туплай. Елкән әҙерлеге үҙәгендәге тәүге дәрестәр барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Мачтаны ҡуйырға, бауҙарҙы тарттырып бәйләп елкәндәрҙе асырға. Быларҙың барыһын да биш минут эсендә үтәү еңелдән түгел. Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филалы студенттары үҙҙәре өсөн яңы йүнәлеш аса. Ошо көндәрҙә уҡыу йортоноң һыу транпсорты паркы тағы ике техникаға артты. «Лоцман» менән «Штурман» елкәнле кәмәләрҙә 1-2-се курс студенттары тәжрибә туплай.

8 кеше һыйҙырышлы елкәнле кәмәләр Һамарҙа етештерелгән. Улар Башҡортостанда һыу транспорты спортын үҫтерергә һәм юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләүҙә яңы һулыш бирер тип көтөлә.

Транспорт флоты-ул башлыса механизацияланған суднолар. Әммә мотлаҡ рәүештә экипаж составы ишә белергә тейеш, ә елкән менән идара итеүгә-өҫтәмә рәүештә уҡытыла. Был Диңгеселәрҙе дипломлау тураһындағы халыҡ-ара конвенцияла ла теркәлгән. Быға тиклем беҙ сутденттарҙы тренажерҙарҙа әҙерләй инек. Әле мөмкинлектәр киңәйҙе.

Фәриҙә Әхмәҙиева, Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы директоры

Ел ыңғайы тулҡындарҙы еңеп йөҙөргә генә түгел. Уҡыу өсөн тәғәйенләнгән кәмәләҙә студенттар Бөтә Рәсәй «ЯлФест» ярыштарына ла әҙерләнә. Йыл һайын Түбәнге Новгородта ойошторолған бәйгелә Өфө командаһы даими ҡатнашыусы. Былтыр улар ишеүҙә 3-сө, елкән менән идара итеү буйынса 4-се урынға лайыҡ булған. Быйыл күнекмәләр үткәреү өсөн кәмәләр булыуы-еңеүгә дәртләндерә.

Киләсәктә Өфө һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы нигеҙендә елкән спорты федерацияһын асыу күҙаллана. Унда студенттар ғына түгел, ә теләгән һәр кем шөғөлләнә аласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ