Башҡортостан Милли музейында ирекмәндәрҙең батыр хеҙмәтенә бағышланған күргәҙмә эшләй башланы

Башҡортостан милли музейында «Йөрәк ҡушыуы буйынса» тип исемләнгән илһөйәрлек күргәҙмәһе асылды. Бай йөкмәткеле экспозицияла махсус хәрби операцияға ярҙам итеүсе ирекмәндәр, битараф булмаған граждандар хеҙмәтенә бағышланған фотоһүрәттәр, китаптар, архив документтар урын алды. Төбәктә Миңлеғәле Шайморатов ирекмәндәр штабы 20 меңдән ашыу кешене берләштерә. Уртаҡ көс менән республиканан алғы һыҙыҡҡа 20 мең тонна гуманитар ярҙам оҙатылды. Волонтерҙар тырышлығы менән яугирҙарға аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар, кейемдәр, ҡоро душ, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа әйберҙәр даими оҙатыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ