Башҡорт мифологияһына нигеҙләнгән фэнтези илдең китап тармағының алдынғы белгестәре тарафынан юғары баһалаған. Йәш яҙыусы Гөлшат Абдееваның «Шүлгән ҡумтаһы» әҫәре Рәсәйҙең иң яҡшы 100 балалар китабы исемлегенә инде. Әҙәбиәт донъяһына биш йыл самаһы элек аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, әҙибә бөгөн ике тиҫтәнән ашыу китап авторы. Барыһы ла фантастика жанрында ижад ителгән. Күп кенә әҫәрҙәре башҡорт халыҡ риүәйәттәренә нигеҙләнгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Гөлшат Абдеева әҙәбиәт донъяһына яңыраҡ ҡына аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, бөгөн егерменән ашыу китап авторы. Айырыуса балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре илдә иң уҡымлы һанала. Ҡайтанан нәшер ителгәндәре лә байтаҡ. Сираттағы китабы тармаҡ белгестәре тарафынан бер нисә тапҡыр юғары баһалана. «Шүлгән ҡумтаһы» әҫәрен ул өләсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнаған. Әйткәндәй, тап өләсәй мәктәбендә Гөлшат Абдеева дүрт йәшендә үк уҡырға-яҙырға өйрәнә.
Рәсәй кимәлендә танылыу алған, бер нисә ҡабат, әллә күпме данала нәшер ителгән китаптар араһында үтә ҡәҙерлеләре лә бар.
Бер әҫәр ҙә осраҡлы яҙылмай, ти йәш яҙыусы. Шуларҙың береһе йортондағы ике бесәйгә арналған. Ул китап иһә эңер ваҡытындағы сихри көстәргә арналған. Гөлшат Абдеева, ғөмүмән, ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Йорт алдына сыҡҡанда ла, урам буйлап йөрөгәндә лә балаларға ҡыҙыҡ булырҙай хикмәт уйлап йөрөй. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем авторҙың тағы ла биш әҫәре айырым китап булып донъя күрер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



