Яңы уҡыу йылына Өфөләге Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының икенсе корпусында капиталь ремонт тамамланасаҡ. Уның базаһында «Профессионалитет» федераль проекты буйынса төҙөлөш кластеры булдырыла. Студенттар каникулға тарала башлау менән уҡыу йортоноң лаборатор корпусында ремонт эштәренә старт бирелгән.
Капиталь ремонт колледждың 65 йәшлек юбилейына иң яҡшы бүләк. Ремонттан һуң бинала студенттарға сифатлы белем алыу өсөн уңайлыҡтарҙан тыш, ял зонаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Ике ҡатта төҙөлөш кластеры өсөн 11 лабораторияға урын бүленә.
«Профессионалитет» федераль проекты беҙҙең республикала 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Тәүге пилот кластер Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә асылған. Бында Өфө машиналар эшләү берекмәһе өсөн кадрҙар әҙерләнә. Уҡыу ваҡытының 70 процентын студенттар производствола уҙғара. Колледжға уҡырға инергә теләүселәр географияһы һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта.



