Баймаҡтағы 5-се мәктәптә мәктәп яны лагерының беренсе сменаһы тамамланды

Йәйге ял. Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 5-се мәктәбендә 21 көн дауамында мәктәп яны лагеры эшләне. Уны ябыу тантанаһында хаҡында киләһе яҙмала.

Балаларҙың йәйге каникулы башланыу менән Баймаҡ районының белем биреү учреждениеларында көндөҙгө мәктәп яны лагерҙары эш башланы. Уларҙа барлығы йәй дауамында 600-ҙән ашыу бала ял итәсәк. Көнъяҡ биҫтәһендә урынлашҡан Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә 120 малай һәм ҡыҙ күңелле ял сәғәттәрен үткәрҙе.

Саралар өсөн яуаплы педагогтар тематик көндәргә ярашлы мауыҡтырғыс уйындар, төрлө ярыштар ойошторҙо. Улар һаулыҡтарын нығытып, һәләттәрен асып, матур ял итеп, яңы дуҫтар табып өлгөрҙө. Балаларҙы артабан да ҡыҙыҡлы һәм күңелле ялдар көтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ