Берҙән-бер тере ҡалған ыласын ҡошсоғо һауығып бара. Күңелһеҙ осраҡ Благовещен ҡалаһында теркәлә. Күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын ремонтлаған ваҡытта эшселәр газ горелкаһы менән ҡоштарҙың ояһын юҡ итә. Ике ҡошсоҡ урында уҡ һәләк була, өсөнсөһө 9-сы ҡаттан ҡолап төшөп иҫән ҡала. Ҡотҡарылған ҡошсоҡто үтеп барыусылар Өфөләге «Сапсан» йыртҡыс ҡоштарға ярҙам итеү үҙәгенә алып килә. Йортта йәшәүселәр иһә полицияға мөрәжәғәт иткән, йән эйәләренә рәхимһеҙлек факты буйынса ғариза яҙған. Әле ыласын балаһы үҙен яҡшы тоя, уға яҡынса 4 аҙна тирәһе, алдағы көндәрҙә уны тәбиғәткә сығарыу һорауы ҡараласаҡ.



