Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллинды хөрмәтләп иҫкә ала

Әҙиптең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла үтте. Ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, студенттар ҡатнашлығында ойошторолған осрашыуҙа Азат Абдуллиндың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды.

Сарала ҡатнашыусылар әҙиптең донъя кимәлендә танылыу килтергән әҫәрҙәрен анализлап, уның үҙенсәлектәрен барларға тырышты. Азат Хаммат улы Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Яҙыусылыҡ эшмәкәрлеген 1963 йылда «Онотма мине, ҡояш!» әҫәренән башлай. Ул СССР-ҙың күп кенә театрҙары тарафынан сәхнәләштерелә. «Ун өсөнсө председатель» драмаһы сит илдәрҙә лә киң билдәле. Азат Хаммат улының шулай уҡ билдәһеҙ ҡалған ижади эштәре лә байтаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ