Байрам Төньяҡ Амурҙар урамында йәшәүселәр башланғысы менән ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың дингә яҡынайыуы, йома намаҙҙарына күпләп йөрөүе, әрүахтар рухына, йорт-ил тыныслығына бағышлап аяттар уҡытыуы, ҡорбан аштары үткәреүе ҡыуаныслы. Был юлы ла өҫтәл артына төрлө быуын кешеләре йыйылды. Ҡунаҡтар традицион ризыҡтар менән һыйланды, бергәләп һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө һәм яугирҙарыбыҙҙың тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуы өсөн доға ҡылды. Байрамға милли йырҙар, ҡурай моңдары айырым йәм өҫтәне.



