“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондынан ярҙам алыусылар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер инвалид булған, әммә Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләгән хәрбиҙәр ярҙам алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ махсус хәрби операция үткәреү урынына яҡын урынлашҡан райондарҙа дошманға ҡаршы торған хәрби бәрелештәр ветерандарына ярҙам ҡарала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. “Яугирҙар техник реабилитация сараларын алыу, торлаҡтарында уңайлы шарттар булдырыу мөмкинлегенә эйә. Был ҡарарҙы үтә лә ғәҙел тип иҫәпләйем. Республика геройҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә даими хәстәрлек күрһәтә. Яугирҙар – беҙҙең өсөн төп кешеләр. Был ҡарашым үҙгәрешһеҙ ҡала”, - тип белдергән Радий Хәбиров.  “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы Өфөнөң Совет урамындағы 13 кәсер 15-се һәм Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 268-01-02. Ҡала һәм райондарҙа социаль координаторҙар ҡабул итә.

Фото №1 - “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондынан ярҙам алыусылар исемлеге киңәйтелде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ