Уға уҡыусылар һәм студенттарҙы уҡытыу, шулай уҡ эшкә урынлаштырыу бурысы йөкмәтелә. Республика Башлығы ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Координация советы ултырышында ҡатнашты. Осрашыуҙа йәштәрҙе борсоған мәсьәләләр ҡаралды, йәмәғәт ойошмаларын үҫтереү буйынса бурыстар ҡуйылды. Һөнәрендә уңышҡа ирешкәндәргә дәүләт наградалары тапшырылды.
“Беренселәр хәрәкәте”нең 2 меңдән ашыу бүлексәһе ойошторолған. Йылдан-йыл хәрәкәткә ҡушылыусылар арта. Бөгөн ул 365 меңдән ашыу кешене берләштерә”, - ти “Беренселәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе советы рәйесе Илнур Юлдыбаев.
Башҡортостанда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 миллион 57 мең кеше иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе, ил төбәктәре араһында етенсе урында килә.




