Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ғариза ҡабул итеү башлана

Республика вуздарында 14 меңгә яҡын бюджет урын ҡаралған. “Кампанияға тулыһынса әҙербеҙ”, - ти  Башҡортостан Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Фәттәхов.

Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ғариза ҡабул итеү башлана

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 200 бюджет урыны ҡаралған.   Декан Гөлфирә Абдуллина:

Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ғариза ҡабул итеү башлана

Абитуриенттар бер юлы 5 вузда бишәр йүнәлеш һайлай ала. Документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡалдырырға була. Шулай уҡ уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссияһына тапшырырға мөмкин. Конкурстың төп этап һөҙөмтәләре август башында асыҡлана.

Фото №1 - Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ғариза ҡабул итеү башлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ