Уларҙың 18-е-махсус хәрби операция яугиры. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған кандидаттар асыҡланған.
Президент Владимир Путин 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, һайлау 18, 19 һәм 20 сентябрҙә була.“Фекер белешеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, тауыш биреүҙе 3 көн дауамында уҙғарыу халыҡ өсөн уңайлы. Участкала күмәк кеше йыйылмай. Был хәүефһеҙлек өсөн үтә лә мөһим”, - тине комиссия етәксеһе.




