Был турала Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған террорға ҡаршы комиссия һәм Башҡортостандың оператив штабы ултырышында белдерелде. Кәңәшмәлә инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын дошман теракттарынан һаҡлауҙы көсәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Һуңғы көндәрҙә илдең ҡайһы бер төбәктәре пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды. Был бик ауыр эҙемтәләргә килтерә, шуға ла беҙҙән кисекмәҫтән һәм тәүәккәл эш итеүҙе талап итә,-тине Радий Хәбиров. Фекер алышыу барышында халыҡтың һәм производстволарҙың хәүефһеҙлеген арттырыуҙың өҫтәмә саралары, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшмәкәрлек ҡаралды.



