Мөмкинлектәре сикләнһә лә күңел йылыһы сикһеҙ. Өфөләге «Ал сәскә» инвалид балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операция яугирҙарына көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләп оҙата. Был эште улар Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашыра.
Бер бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгендә ни тиклем йылылыҡ. Бармаҡтар теләмәҫ кенә ҡыбырлаһа ла открыткаларҙан нур бөркөпә. Балалар һүрәтте бар күңелен һалып төшөрә. Бесәй, ҡуян, терпеләр ҙә окоптарҙа һалдаттар күңелен йылытырлыҡ.
Открыткалар, ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар... Мөмкинлектәре сипкләнгән балалар фронтҡа, яугирҙарға тәү кәрәкле әйберҙәр эшләй. Ҡыҙҙар окоп шәмдәре әҙерләһә, ә егеттәр ялан кухняһы өсөн өҫтәл таҡтаһы эшләй. Барыһы ла фронт өсөн. Бар ил ярҙам иткәндә беҙ ҙә ситтә ҡала алмайбыҙ, ти үҙәк етәксеһе.



