«Йондоҙҡай» лагерында хәүефһеҙлек саралары буйынса махсус уҡыуҙар ойошторолдо

Өфө районының «Йондоҙҡай» балалар-һауыҡтырыу лагерында хәүефһеҙлек саралары буйынса махсус уҡыуҙар үтте. Был юлы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән 12 йәшлек Кәрим Хәбибуллинды ла алды. Мәктәп уҡыусыһы бындай сараларҙан тыш, профилактик рейдтарға йыш сыға. Ул алты йыл самаһы ведомствоның ирекмәне булып тора.

Ҡотҡарыусылар халыҡты иҫкәртә. Маҡсат бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү. Был өлкәгә килеүем осраҡлы түгелдер тип уйлайым. Мин кешеләргә ярҙам күрһәтә алыуымдан ҡәнәғәтмен. Һөнәр, әлбиттә, еңелдән түгел, шулай ҙа үҙем өҫтөндә эшләйем. Киләсәктә мин үҙемде ҡотҡарыусы итеп күрәм.

Кәрим Хәбибуллин

Күнекмәләр барышында малай-ҡыҙҙар хәүефһеҙлек сараларына бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Әүҙемлек күрһәтеүселәр ведомствонан бүләктәр алып ҡыуанды. Әйткәндәй, йыл башынан ғына республикала 3195 янғын сыҡҡан, уларҙа 110 кеше һәләк булған, 89-ы йәрәхәтләнгән. Һуңғы аҙнала ғына ут сығыуҙың 142 осрағы теркәлгән. Һыу инеү миҙгеленә бәйле статистик мәғлүмәттәр ҙә яҡшынан түгел. Шуға ла белгестәр йылға-күл буйҙарында һаҡ булырға саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ