Ул “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ойошторола. Байрам майҙанына “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла. Ул “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. Халыҡты дастан геройҙары ҡаршылай. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Ошонда уҡ “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылырға тәҡдим ителә. Шағирә, журналист Лариса Абдуллина менән осрашыу көтөлә. Китап йәрминкәһе була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.




