Инвестиция сәғәтендә яңы проекттар хупланды

Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Иглин районы Алаторка ауылында төҙөлөш материалдары етештереү комплексы һалыу мәсьәләһе ҡаралды. Унда бетон, ҡоро ҡатнашмалар, металл конструкциялар етештереү күҙаллана. Инвестор объектка 470 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй.  Өфө районы Жуков ауылында юл сервисы үҙәге булдырыу проекты ла тикшереүгә сығарылды.  Комплекс ҡунаҡхана, кафе, автосервис, запас өлөштәр магазинынан тора. Проекттың хаҡы 180 миллион һумға баһалана. Кушнаренко районы Первушин ауылында шулай уҡ юл сервисы үҙәге төҙөү ҡарала. Уға 53 миллион һум һалырға ниәтләйҙәр. Инвестиция комитеты тәҡдим ителгән бөтә проекттарҙы хупланы. Уларға “өҫтөнлөклө” тигән статус бирелде.

Фото №1 - Инвестиция сәғәтендә яңы проекттар хупланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ