Республикала кибер енәйәттәр кәмегән

Быйыл 5 айҙа 6 мең 600 мутлашыу осрағы теркәлгән. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 59 процентҡа түбәнерәк. “Аталған күрһәткес беҙҙең ведомство, банк секторы, власть органдары һәм граждандар йәмғиәте институттары менән берлектә алып барылған эш һөҙөмтәһе”, - тип белдерҙе Эске эштәр министрлығы вәкиле Максим Родионов. Матди зыянды ҡайтарыу суммаһы артҡан. Енәйәттәрҙе асыҡлау 34 процентҡа күбәйгән. Судҡа 2 меңдән ашыу эш ебәрелгән. “Аферистар кешеләрҙе алдауҙың яңы юлдарын таба. Хәл айырым контролдә тотола”, - тине Максим Родионов.  

Фото №1 - Республикала кибер енәйәттәр кәмегән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ