Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа арналған конкурс башланды

Республика Яҙыусылар берлегенең йәш әҙиптәр советы ошо турала хәбәр итә. Ижади ярыш “Поэзия” һәм  “Проза” номинацияларынан тора. “Конкурс тәүге тапҡыр ойошторола. Ул әҙәбиәттә яңы исемдәр асырға ярҙам итеүенә ышанабыҙ. 18 йәше тулғандарҙы ярышҡа саҡырабыҙ. Башҡорт телендә яҙылған эштәр ҡабул ителә”, - тип белдерҙе Совет етәксеһе, шағирә Таңсулпан Рәсүл. Еңеүселәр 26 сентябрҙә – Милли геройҙың хәтер көнөндә билдәләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа арналған конкурс башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ