Өфөлә бер көн эсендә генә питбайк руленә ултырған 7 үҫмер тотолған

Дәүләт автоинспекцияһы һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡала ситендәге райондарҙа күләмле рейд уҙғарҙы. Ете осраҡта рулгә бәлиғ булмаған балалар ултырыуы асыҡланған. Дөйөм ҡулланыштағы юлдарға сыҡҡан мотоциклистарҙың таныҡылығы, техниканы теркәү ҡағыҙҙары ла юҡ. Питбайктар махсус туҡталҡаға оҙатылһа, ә бына үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә ҙур күләмдә штраф янай. Автоинспекторҙар әйтеүенсә, йыл башынан алып балалар ҡатнашлығында 29 авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 31 бала зыян күргән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ