Башҡортостанда юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башланды

Республика вуздарында абитуриенттар өсөн 14 мең бюджет урын ҡаралған. Вуздарға документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бюджет һәм түләүле урындар буйынса уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар август аҙағына тиклем баҫтырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

20 июндән республика вуздарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Мәктәп тамамлаған малай-ҡыҙҙар әле Берҙәм дәүләт имтихандары баллдарын көтһә, колледж студенттары һәм маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алыусы абитуриенттар ғаризалар менән университеттарға юлланды. Абитуриенттар бер юлы биш юғары уҡыу йортонда бишәр йүнәлеш һайлай ала.

Өфө фән һәм технологиялар университетында бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 7000-дән ашыу бюджет урыны бүленгән. Барлыҡ факультеттар тураһында мәғлүмәт уҡыу йорто сайтында эленгән, документтар берҙәм тәҙрә режимында ҡабул ителә. Шулай уҡ йәштәр документтарҙы тупланмаһын «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ситтән тороп та ебәреп була.

Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеүселәр һаны йылдағыса күп. Буласаҡ табиптарҙы әҙерләүсе вузда быйыл яңы һөнәрҙәргә уҡытыу ойошторола. Дауаханалар иҡтисадсыһы, социаль хеҙмәткәр һәм клиник психология буйынса бюджет урындарҙы арттырыу күҙаллана.

Бөтә Рәсәй һәм министрлыҡ тарафынан билдәләнгән олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары Вуздарға имтиханһыҙ ҡабул ителә, уларға өҫтәмә стипендия ҡаралған. Төбәк юғары юғары уҡыу йорттары предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Байтаҡ студенттар һайлаған һөнәре буйынса практика үтеп аҙаҡ эшкә урынлаша. Ҡабул итеү кампанияһы августҡа тиклем дауам итә.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ