Сибай институтында бюджет урындарына документтар 20 июлгә тиклем ҡабул ителә

Кисәге уҡыусылар өсөн буласаҡ һөнәр һайлауҙың мөһим этабы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттары кеүек бөгөн документтар ҡабул итә башланы. Бюджет урынына дәғүә итеүселәр уны 20 июлгә, түләп уҡырға теләүселәр 20 авгусҡа тиклем тапшыра ала.

Быйыл да республиканың көньяҡ баш ҡалаһы ВУЗы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән селтәрле программа буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк. Уға ярашлы, «Дауалау эше» һәм «Педиатрия» бүлеге студенттары беренсе курсты Сибайҙа уҡый, дәрестәрҙе урындағы һәм медицина колледжы уҡытыусылары алып бара, сит ҡалаларҙан килгәндәр өсөн ятаҡ бар. Икенсе курстан белем алыу Өфөлә дауам итә. Документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре», почта йәки ҡабул итеү комиссияһында тапшырырға мөмкин. Юғары уҡыу йорттарының шәхси кабинеттары аша быйыл документтарҙы биреү мөмкин түгел. Сит төбәктәрҙән килгән абитуренттар өсөн адаптация ярҙамы ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ