Баш ҡалала үткән йәрминкәлә яңы уңыштан емеш-еләк һәм йәшелсәләр һатылды

Баҡсаларҙан тура кәштәләргә. Баш ҡалала аграр йәрминкә үтте. Төрлө район эшҡыуарҙары, баҡсасылары, фермерҙары үҙ тауарын тәҡдим итте. Емеш-еләк, йәшелсәләр, һөт ризыҡтары, бал һәм ит продукцияһынан кәштәләр һығылып торҙо.

Әле емеш-еләк йыйыу ҡыҙған мәл. Йәрминкәлә данлыҡлы Шаран еләге әллә ҡайҙан күренеп тора. Һатып алыусылар ҙа был сауҙа нөктәһендә гөж килеп тора. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙеке сит төбәктәрҙән килтергәндән татлыраҡ.

Йәрминкәлә яңылыш килеп эләккән һатыусылар юҡ. Барыһы ла күптән эшләй һәм сифат өсөн яуап бирә. Алик Ғәниев хәҙер инде 20 йыл баш ҡала халҡын йәшелсәләр менән тәьмин итә. Хәҙер даими һатып алыусыларым да бар, ти фермер.

Йәрминкәләрҙе Өфө халҡы көтөп ала. Бында барыһы ла арзан һәм сифатлы. Ассортимент та кибеттәргә ҡарағанда күпкә байыраҡ.

Йәрминкәләр нисек етте шулай ойошторолмай. Продукция тәҡдим итеүселәр етди контроль үтә. Сауҙа ваҡытында ла инспекторҙар һатыуға сығарылған бар әйберҙе тикшереп йөрөй. Беҙҙең өҫтәлдәрҙә тик сифатлы ризыҡ булһын өсөн.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ