Мәжит Ғафури театры тамашасыға «Киске табын» премьераһын тәҡдим итте

Башҡорт театрында 30 йылдан һуң Мостай Кәримдең һуңғы яҙылған пьесаһы йәнә сәхнәгә ҡайта. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар иғтибарына сираттағы премьераһын тәҡдим итте. Башҡорт әҙәбиәте классигы ижадынан алынған «Киске табын» спектакле тәүге тапҡыр Азат Нәҙерғолов тарафынан 1994 йылда сәхнәләштерелгән. Был юлы әҫәрҙе ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев замансалаштырып тамашасыға бөтөнләй икенсе төрлө тәҡдим итә. Пьеса өҫтөндә эш ярты йыл самаһы алып барыла. Ә сәхнәләштереү идеяһы режиссерға оҙаҡ йылдар тыңғы бирмәгән.

Спектакль үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытын сағылдыра. Көмөш туйҙарын билдәләгән ғаилә пары хөрмәтенә әҙерләнгән табын ҡунаҡтары тарафынан бер-бер артлы күтәрелгән тостар, теләктәр һәм иҫтәлектәр буйынса төрлө серҙәр асыла. Геройҙар һорауҙарға яуап эҙләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ