Өфөнөң 4 паркында Бөтә Рәсәй фольклориадаһы тамашалары була

25 июндә “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе май” һәм Яҡутов баҡсаларында сағыу концерт тәҡдим ителә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестиваль биләмәһендә Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан ижади коллективтары, шулай уҡ солистар сығыш яһай. Интерактив зоналарҙа халыҡ ижадына арналған оҫталыҡ дәрестәре һәм милли уйындарҙа  ҡатнашырға була. Флешмоб һәм күргәҙмә уҙғарыла.  Тамаша көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана, 17 сәғәткә тиклем дауам итә. Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы 23 июндә башлана. Сара уҙғарыуға бәйле баш ҡаланың үҙәк урамдарында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә.

Фото №1 - Өфөнөң 4 паркында Бөтә Рәсәй фольклориадаһы тамашалары була
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ