Башҡортостан менән Танзания сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Көнсығыш Африка вәкилдәрен республикала етештерелгән электробус, автобус һәм турбиналар ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм белем биреү өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығытыу юлдары барлана. Республика башлығы Радий Хәбиров уртаҡ хеҙмәттәшлеккә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Башҡортостан менән Танзания сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Быйыл Рәсәй менән Танзания араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуға 65 йыл. Африка дәүләте вәкилдәре Башҡортостан менән дә хеҙмәттәшлек, партнерлыҡ бәйләнештәре төҙөй, ике яҡлы осрашыуҙар ойошторола.

Фото №1 - Башҡортостан менән Танзания  сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ