Өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында был республиканан Кизилюрт ҡалаһынан Әхмәт Зөбәйеров исемендәге өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Коллектив 5 йыл элек ойошторолған, үҙенсәлекле репертуар тупланған. Бейеүҙәрҙә тау традициялары тергеҙелә.
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында 1 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Ҙур сара иртәгә башлана. Фестиваль уҙғарыуға бәйле баш ҡала урамдарында транспорт йөрөшәндә сикләүҙәр бар.




