Өфөлә «Бейеү-халыҡ күңеле» балалар хореография фестивале уҙҙы

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған бейеү байрамында иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһаны. Тамашасыларҙы Силәбенән «Урал», Туймазынан «Тархан», Ҡырмыҫҡалы районынан «Далан» ансамблдәре һәм башҡалар ҡыуандырҙы. Фестиваль үҫеп килгән быуынға рухи тәрбиә биреү, халыҡ бейеүҙәренә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Киләсәктә сараның географияһын киңәйтеү күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ