Муниципалитеттың бренд сараһына әйләнгән проектта Мең ырыуы башҡорттарына хас халыҡ уйындары, йолалар тергеҙелде. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн мәҙәни-спорт программа ла әҙерләнгәйне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Дүрт йыл элек билбау көрәше буйынса донъя чемпионы исемен яулаған Ғаяз Шөғөров йәнә келәмгә сығып, оҫта тактика алып барыуын күрһәтте. Турнир тәүге минуттарҙан уҡ көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа Әбйәлил егете уңышҡа тәүге раундта ғына ирешә алманы, Ауырғазы районы батыры күпкә көслөрәк һәм етеҙерәк булып сыҡты.
Майҙан батырҙары төрлө ярыштар буйынса асыҡланды. Бағанаға үрмәләү, йәйәнән уҡ атыу, футбол буйынса турнир-һәр кем күңеленә ятҡан халыҡ уйындарында һәм спорт ярыштарында ҡатнашты.
Күләмле проект Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында 2018 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фольклор байрамында Мең ырыуы башҡорттарына хас халыҡ уйындары, йола, ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтелә. Шулай уҡ халыҡ иғтибарына күп төрлө тарихи материалдар ҙа тәҡдим ителде, күргәҙмәләр эшләне.
«Өршәк буйы уйындары»нда ауыл эшсәндәрен бүләкләү тантанаһы менән бергә сағыу концерт программаһы ла ойошторолдо. Халыҡ йырҙары яңғыраны, бейеүҙәр ҡуйылды.
Шулай уҡ байрамда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды.
Сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙы ла иҫкә алды. Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалынды.
«Өршәк буйы уйындары»на килгәндә, Мең ырыуы вәкилдәрен берләштергән сара күптән инде республика кимәлендә танылыу алып, районға туристар йәлеп итеү йәһәтенән лә күләмле ваҡиғаға әүерелгән.
Гөлназ Хәйбуллина



