Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо көнгә бәйле яҙма ҡалдырған. “1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Был көндәрҙә беҙ яуҙа һәләк булған геройҙарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, яугирҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн Рәсәй нацизмға ҡаршы көрәшә. Тарихыбыҙҙы яңынан яҙырға, олатайҙар ҡаһарманлығын юҡҡа сығарырға тырыша. Әммә беҙ уларҙың иҫтәлеге өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Барыһы ла Еңеү өсөн!”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Бөгөн 14 сәғәт 15 минутта илдең бөтә теле һәм радио каналдарында бер минутлыҡ Тынлыҡ иғлан ителде.




