Республикала “Сәләмәтлек поездары”нда 70–тән ашыу яугир ҡатнашҡан

Шулай уҡ хәрбиҙәрҙең ғаиләләренән 900-гә яҡын кеше һаулығын тикшерткән. Табиптар акция башланғандан алып,  90 меңгә яҡын пациентты ҡабул иткән. Яман шештең 108 осрағы, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡланған. Сирлеләргә республика медицина учреждениеларына йүнәлтмә бирелгән.  Был аҙнала күсмә бригада Баҡалы, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Мәсетле һәм Шишмә райондарында эшләй. Табиптарға алдан яҙылырға кәрәкмәй.

Фото №1 - Республикала “Сәләмәтлек поездары”нда 70–тән ашыу яугир ҡатнашҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ