Республика табиптары “Ғүмер бүләк итеүселәр” йәмәғәт премияһына лайыҡ булды

Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала хәбәр итте. Мәскәүҙә үткән балалар форумында Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы менән сирле кескәй пациенттарға ярҙам күрһәтеү эшмәкәрлеге ҡаралды. Республика СПИД менән көрәш үҙәге баш табибы Айгөл Ғәлиева һәм педиатр Изолина Биглованың хеҙмәте юғары баһаланды.  Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы менән сирле әсәләрҙән 6 мең 200-ҙән ашыу бала тыуған. Уларҙың 5 меңдән ашыу күҙәтеүҙән алынған. Әле үҙәктә 229 бала дауаланыу үтә.  

Фото №1 - Республика табиптары “Ғүмер бүләк итеүселәр” йәмәғәт премияһына лайыҡ булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ