Әгәр күперҙе рәтләмәгәндә, тиҙҙән Өфө тығындарҙа торасаҡ. Радий Хәбиров Затон күперен төҙөкләндереү эштәрен тиҙләтергә ҡушты. Ҡоролма кисекмәҫтән ремонт талап итә. Бының өсөн иҫке күперҙе тулыһынса ябырға тура киләсәк. Ваҡытлыса ауырлыҡтар буласаҡ, әммә башҡаса мөмкин түгел, тине төбәк башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Унда ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында Айнур Кәбиров яҙмаһында.

Һуңғы бер нисә йылда ул башлыса хәрби бәрелештәр театрында сығыш яһай. «Певец» ҡушаматлы яугир-«Башҡортостан» полкының саперҙар взводы командиры. Хәрби заданиела ул ҡурҡыу белмәҫ яугир булһа, буш ваҡыттарында яуҙаштары өсөн артист. Беҙҙең өсөн ул күптән халыҡ йырсыһы, ти полкташтары ла. Бөгөн «Певец»ҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде.
Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары өсөн дә юғары наградалар алыу көтөлмәгән ваҡиға булды. Ошо көндәрҙә генә «Алтын битлек»милли театраль премия яулаған артистар ҙа дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Мәҙәниәт өлкәһен системалы камиллаштырыу үҙ емештәрен бирә, ти артистар ҙа.
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының да Өфөлә үтеүе мәҙәниәт өлкәһе, инфраструктураның юғары кимәлдә булыуына дәлил. Был аҙнала баш ҡалала тотош илдән балалар коллективтары йыйыла. Йыр-моң, милли мәҙәниәттәр байрамында меңдән ашыу йәш артистың ҡатнашыуы көтөлә.
Фестиваалдәр үтер, ләкин көндәлек мәшәҡәттәрҙе лә оноторға ярамай. Радий Хәбиров республикала юлдар, күперҙәр ремонилау барышы менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл юл фонды 44 миллиард һум менән баһалана. Шул иҫәптән 11 миллиарды ғына хеҙмәтләндереүгә тотонолһа, ҡалған күләме яңы юлдар төҙөлөшө һәм ремонтҡа йүнәлтелә. Радий Хәбиров кисекмәҫтән яңыртыуҙы талап итеүсе Затон күпере буйынса ҡыҙыҡһынды.
Башҡорт оҙон ғүмерлелеге программаһы ла оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылды. Был программаға миллион ярым оло йәштәге кеше йәлеп ителгән. Хаҡлы ялдағылар ете йүнәлеш буйынса төрлө сараларҙа ҡатнаша. Бигерәк тә туризм өлкәһе ҙур һорау менән файҙалана.
Башҡорт оҙон ғүмерлелеге программаһы буйынса туризм маршруттарын арттырыу планлаштырыла. Сит илдәргә ойошторолған эшлекле сәфәр ҙә тәү сиратта туристар алмашыныуы менән тамамлана.
А.Кәбиров