Ямғырҙар дауам итә. Алдағы көндәрҙә республикала аяҙлы-болотло, урыны менән ямғырлы һауа торошо көтөлә. Һуңғы тәүлектә көслө ел-дауыл эҙемтәләренән Башҡортостанда 54 ауылда ут һүндерелә. Яуаплы ведомстволар ярҙамы менән байтаҡ биләмәләрҙә электрэнергияһы ебәрелә, шулай ҙа 10 ауылда ремонт эштәре дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Әбәйәлил районында ҡоймалар емерелгән, Ейәнсурала йорт түбәһе, Белоретта сафтан сыҡҡан электртсанцияһы. Төбәктә көслө елдән зыян күргән ауылдар тиҫтәнән аша. Бөрйән -Темәс юлына ағастар ауыуҙан хәрәкәт сикләнә. Республика буйынса 54 ауылда һүндерелә, уларҙың төп өлөшө дүшәмбегә тиклем ебәрелә, ун биләмәлә ремонт дауам итә. Баймаҡ районында эшҡыуар Денис Өмөтбаевтың тирмәләре зыян күргән.
Синоптиктар әйтеүенсә, көслө ел Каспий диңгеҙе циклонынан килгән. Алдағы көндәрҙә төбәктә аяҙлы-болотло, ямғырлы һауа торошо күҙаллана.
Һауа торошо үҙгәреүсән булыу сәбәпле байтаҡ кешенең башы ауыртыуы, хәле булмауы, аппетиты төшөүе ихтимал. Табиптар һауа торошона һиҙгер шәхестәргә самалап, еңел ризыҡтар ашарға, таҙа һыу эсергә һәм физик күнекмәләрҙе сикләп торорға кәңәш итә.
Ял көндәрендә республикала һауа торошо һалҡынайыуы күҙаллана. Көслө ел сыҡҡанда белгестәр ағастар, электр линияларына, насар ҡуйылған тимер-бетон конструкцияларға яҡын бармаҫҡа кәңәш ителә. Ярҙам кәрәк булған осраҡта 112 һандарына шылтыратып ҡотҡарыусыларҙы һәм яуаплы ведомстваларҙы саҡыртырға кәрәк.
Ф.Миһранова



