Башҡортостанға Оман дәүләтенең Сохар университеты ғалимдары килде

Сит ил вәкилдәре Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты менән танышты, артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Факультетта ғәрәп теле уҙған быуаттың 80-се йылдарынан өйрәнелә. Осрашыуға ғәрәп һәм инглиз телдәре йүнәлешендәге студенттар саҡырылды. Яҡтар киләсәктә Өфө студенттарын ғәрәп университетына стажировкаға ебәреү мөмкинлектәре тураһында ла һөйләште.

Оман һәм Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты менән килдек. Өфө фән һәм технологиялар университеты беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Сөнки бында ғәрәп теле уҡытыла. Башҡортостан вузы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға теләйбеҙ.

Али Сәлим Аль-Маней, ғәрәп теле үҙәге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ