Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһай. Ошо уңайҙан йыл дауамында бергә эшләгән республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, блогерҙар ҙа тәбрикләнде.
Быйыл башҡорт театры репертуарын алты яңы сәхнә әҫәре менән байытты. Төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән спектаклдәр тамашасы һәм театр тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһаланды. Ижади коллектив республика төбәктәре буйлап, Рәсәй ҡалаларында оҙайлы гастролдәрҙә лә уңышлы сығыш яһаны. 106-сы ижад миҙгелен рәсми ябыу тантанаһы 25 июнгә билдәләнгән. Шаршау Совет драматургы Абдулхай Вәхитовтың «Кейәүҙәр» тип исемләнгән музыкаль комедияһы менән ябыласаҡ, йылдың уңыштары ла барланасаҡ. Шул иҫәптән тамашасы һөйөүен яулаған әҫәр ҙә билдәләнер тип көтөлә.



