Быйыл күңел асыу байрамы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән уҙғарыла. Ойоштороусылар белдереүенсә, миҙгел асыу тантанаһында 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Проект ярҙамында 50-нән ашыу йәш ғаилә барлыҡҡа килгән. Июнь башында Рөстәм Абдразаҡов 5 меңгә яҡын халыҡ йыйылғандан һуң, “Самауырлы ритайым”да хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса республика етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров проектҡа иғтибар бүлде. Өфө хакимиәтенә был сараны үткәреү өсөн документтар әҙерләргә, хоҡуҡ һаҡлау һәм медицина хеҙмәттәрен йәлеп итергә ҡушты. “Самауырлы ритайым”дың быйылғы миҙгеле иртәгә Ағиҙел йылғаһы буйында киске сәғәт 7-лә асыла.




